1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурсы

"Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурсы

Март 12, 2022 Просмотров: 308
...10 март көндө Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы" һәм уның сиктәрендә ойошторолған "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте. Балалар баҡсалары педагогтары араһынан туған телдә белем биреүсе йыл педагогы тип Дыуан районы Мәсәғүт ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәтҡуллина Юлиә Ирек ҡыҙы танылды. Тағы 14 педагог республика конкурсы лауреаты булараҡ бүләкләнде, 3 тәрбиәсегә Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус номинациялары тапшырылды. Шулай итеп, февраль айынан алып бик ҡыҙыу барған конкурс тамам. Балалар баҡсаларында бәләкәстәрҙе туған телен белергә, аралашырға өйрәтеүсе педагогтарыбыҙ араһынан яңы йондоҙҙар балҡыны, яңы исемдәр асылды, яңы ҡыҙыҡлы практикалар менән таныштыҡ. Республика конкурсын юғары кимәлдә алып барғандары өсөн Мәғарифты үҫтереү институтына, милли мәғариф буйынса ресурс үҙәккә, жюри составында эшләүсе ғалимдарыбыҙға, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм педагогтарына, методистарға, ата-әсәләр комитеты вәкилдәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.